Айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр, хатта ҡар яуыуы көтөлә. Иртәгә тупраҡта 5 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Быйылғы йәй нисек буласаҡ? Йылы миҙгел башланыу менән баҡса эштәренә сумып, бар йәйен тиерлек, бында уҙғарырға яратҡан тәжрибәле баҡсасы — Гөлнур Ниғмәтоваға май айында төшкән ҡырау бер ни түгел. Теплица эсендәге ҡайһы бер үҫентеләрҙе баҡсасы асыҡ урынға сығарып ултыртырға ашыҡмай. Махсус йылытма арҡаһында ҡырау төшөүҙән күп үҫентеләрҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ, тип Гөлнур Ниғмәтова. Ә бына Урал аръяғындағы ҡайһы бер баҡсасыларҙың ҡыш-яҙ буйына тәрбиәләгән үҫентеләрен хатта теплица ла һаҡлай алмаған. Йәй етте тип, көндәрҙең эҫе тороуына ҡыуанған бәғзе берәүҙәргә үткән ял көндәре яуған ҡойма ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөлмәгән ваҡиғаға булды. Ауыл хужалығы министрлығы иһә һауа торошоноң бындай күренешенең бөртөклө культураларға бер зыяны ла юҡ, тигән фекерҙә. Йәйге айҙарҙа Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән көслө ел сығыуы арҡаһында янғын хәүефе артасаҡ,тип фаразлай белгестәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн һайын тиерлек көслө ел тураһында иҫкәртә... Яңыраҡ ҡына Өфөнөң Зорге урамында муйыл ағасы ауып электр сымдарын өҙҙө, ошо арҡала дүрт машина зыян күрҙе.Быйыл майҙа һәм июндә көндәрҙең 2017 йылдағы кеүек үк һалҡын булыуы көтөлмәй, шулай ҙа алдағы бер нисә көндөң һалҡын тороуы ихтимал, ти Гөлназ Заһитова.Белгестәр, июлдә Урал буйында температураның норманан юғары булыуы, августа һәм сентябрҙә иһә нормаға яҡын, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге көньяҡта яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуын фаразлай.
Республикала бөгөн ҡырау төшөүе ихтимал
Тулыраҡ: Республикала бөгөн ҡырау төшөүе ихтимал