- Американың Элликотт сити ҡалаһын ямғыр һыуҙары баҫҡан. Урындағы хакимиәттәр һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр итмәй. Һуңғы ике йылда ҡала икенсе тапҡыр һыу аҫтында ҡала.
- Малиҙан үрмәксе-кеше. Парижда баланы ҡотҡарған легаль булмаған мигрант Мамуд Гассам шундай ҡушамат биргәндәр. Уның ҡыйыу аҙымына президент Эммануэль Макрон да иғтибар иткән һәм Елисей һарайына саҡырған. Батырлыҡ күрһәткәне өсөн Гассамға француз гражданлығы биреләсәк һәм ул янғын һүндереү бригадаһына эшкә алынасаҡ.
- Германияла тағы ла дизельгейт. Был юлы иғтибар үҙәгендә “Даймлер” концерны. Уның етәксеһен транспорт министрлығына саҡыртҡандар. Компания төтөндә зарарлы матдәләрҙе аҙайтып күрһәтеүсе ҡоролма ҡуйыуҙа шикләнә. Был тәү сиратта Вито минивендарына ҡағыла. Концерн ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға ?әм хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуы тураһында белдерә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре