Мин-илһөйәр

Тулыраҡ: Мин-илһөйәр

Бөгөн Республиканың милли музейында “Мин-илһөйәр” ойошмаһы үткәргән “Минең ғаилә ҡомартҡыһы” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. “Мин-илһөйәр” ойошмаһы үткәргән конкурстың географияһы киңәйә. Ярышта ҡатнашыусыларҙың эштәре йөкмәткеһе йәһәтенән йылдан-йыл байый.Конкурста барлығы 500-гә бала ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай сараларҙы үткәреү икеләтә әһәмиәтле. Сөнки балалар әле күп ваҡытын төрлө гаджеттар артында ултырып бушҡа үткәрә. 2015 йылдан алып уҙғарылған конкурс тәү сиратта балалар араһында илһөйәрлек рухын үҫтереүгә йүнәлтелгән.