Төбәктә “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған сара төбәк башлығы грантына ярҙамында үткәрелә. Уның сиктәрендә һәр район үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра. Ырғаҡ һәм еп ярҙамында матурлыҡ тыуҙырыу серҙәре менән бүлешә Балаҡатай ағинәйҙәре. Тамбурлы, йәғни, ҡайып сигеү республиканың төньяҡ башҡорттарына ғына хас. Тап Билән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары борондан килгән ошо шөғөлдө һаҡлап ҡалыуҙары менән дан тота. Ашъяулыҡ, сумкалар, брошкалар, хатта замансалаштырылған ҡатын-ҡыҙ кейемдәре — былар барыһы ла 17 йыллап эшләп килгән “Тамбур” биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы эштәре. Балаҡатай оҫталарына ҡарарға халыҡ күпләп йыйылды. Башҡорт дәүләт филармонияһындағы был күргәҙмә “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә ойошторолған. Марафон республиканың бай тарихын, сағыу мәҙәниәтен күрһәтеү менән бер рәттән, райондаштарҙың дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға ла йүнәлтелгән. Балаҡатайҙа тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан бихисап яҡташтар осрашыуға килгәйне.Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны, билдәле шәхестәре Балаҡатайҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләне. Балаҡатай республиканың йылдам үҫешкән райондарының береһе икәнен улар тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. “Башҡортостан тарихы биттәре” тип исемләнгән фестиваль-марафондың төп символы ошо штандарт. Республиканың һәр муниципаль берәмеге Башҡорт дәүләт филармонияһында презентация үткәргәндән һуң, эстафетаны киләһе районға тапшыра. Бөгөн штандарт Балаҡатайҙарҙан Бишбүләк районына күсте.Шул рәүешле, 2019 йылдың аҙағына тиклем Өфө сәхнәләрендә республиканың бөтә муниципаль берәмектәре үҙ районы менән таныштырасаҡ.
Башҡортостан тарихы биттәре
Тулыраҡ: Башҡортостан тарихы биттәре