Быйылғы йәйҙең төп сараһы

Тулыраҡ: Быйылғы йәйҙең төп сараһы

Башҡортостан көйәрмәндәре, волонтерҙар һәм билдәле артистар быйылғы йәйҙең төп сараһына әҙерләнә. Футбол буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙең 11 ҡалаһында үтәсәк, Өфө был исемлеккә эләкмәне. Шулай ҙа командаларҙың береһе өсөн баш ҡалала махсус стадион төҙөлгән.

Лев Макаренконың коллекцияһында 20-ләп ил һәм билдәле клуб формалары. Тәжрибәле көйәрмән быйылғы донъя кубогына айырыуса тулҡынланып әҙерләнә. Сөнки, ул Рәсәйҙә үтә. Шулай ҙа билет артынан арыу ғына һунар итергә тура килде ,ти егет.Яратҡан уйынға аҡса йәл түгел. Макаренколарға 3 матчҡа 6 билет 20 мең һум тирәһенә төшкән.10 йәшлек Богданға матчҡа эләгеү генә түгел, ә Ҡазанда үтәсәк уйындарҙың береһен асыу бәхете тәтей. Ул “Йәш арбитр” конкурсында ҡатнашып йөҙәрләгән тиҫтерҙәре араһынан бер үҙе еңеп сыҡҡан.Бындай яуаплы миссия үтәйәсәге хаҡында йәш футболсы алдан белмәй. Ғаризаны атаһы ебәргән була, телетрансляция ваҡытында үҙенең фамилияһын ишетеп ҡыуана.Футбол буйынса донъя чемпионатын эстән дә тыштан да күреү форсаты ирекмәндәргә тейә. Был сарала Республиканан иң ҙур делегация — 90 ҡыҙ һәм егет ҡатнаша. Улар етди һайлау үтеп 2 йыл буйына әҙерләнде.

Башҡортостанға донъя футболсыларын үҙ ерендә күреү бәхете теймәһә лә, Башҡортостан еренән сәләмде билдәле яҡташтарыбыҙ еткерәсәк. Билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов “ФИФА 2018”-ҙе асыу тантанаһында ҡатнашһа, рок музыкант Юрий Шевчук Һамарҙа көйәрмәндәр фестивалендә сығыш яһай. Әйткәндәй, Илдар Абдразаҡов Рәсәйҙә үтәсәк чемпионат менән янып социаль селтәрҙә флешмобҡа башланғыс һалды.Набейдесятку хештегы аҫтында билдәле спортсылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре тупты төшөрмәйенсә 10-ды тибеп видеоға төшөрөп һала.

Башҡортостан иһә командаларҙың береһен ҡабул итергә тейеш ине. Бының өсөн махсус күнекмә базаһы ла төҙөлдө. Әммә әлегә Өфө менән бер йыйылма команда ла ҡыҙыҡһыныуын белдермәгән. Футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек сиктәререндә төҙөлгән был күнекмәләр базаһы уникаль......Шулай ҙа чемпионат башланғансыға тиклем командалар һайланған базаларынан баш тартып, запастағыһын һоратырға хоҡуҡлы. Тимәк Өфө билдәле футболсыларҙы, ә улар Өфөнө күрер тигән ышаныс бар.