Бөгөн 11-се класс уҡыусылары математика фәненән үҙ белемдәрен тикшерҙе. Уҡыусылар түҙемһеҙлек менән имтихан башланғанын көтә. Туғыҙ тулыу менән мәктәп асылды. Имтихан тапшырыусылар металл эҙләү ҡорамалдары аша үтте.Уҡыусылар имтихандарҙы етди күҙәтеү аҫтында тапшыра. Кабинеттарҙа видео күҙәтеү алып барыла.Өфөнөң Киров районындағы 22-се мәктәпкә имтиханға 100 уҡыусы килгәйне. Республикала бөгөн математика фәненән имтихан бирергә 17 мең 818 уҡыусы ғариза биргән. Киләһе берҙәм дәүләт имтиханы 1 июндә профилле математика фәненән үтәсәк. Ә бөгөнгө имтихан һөҙөмтәләре яҡынса июнь урталарында билдәле буласаҡ.
Иң мөһим имтихан
Тулыраҡ: Иң мөһим имтихан