Мәскәүҙә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты. Унда Башҡортостан сәнәғәтен, шул иҫәптән химия тармағын үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Осрашыуҙа яҡтар ил өсөн стратегик яҡтан мөһим продукция сығарыу күләмдәрен арттырыу, яңы производстволар булдырыу тураһында һөйләшеп килеште. Шул уҡ ваҡытта төбәктә экология балансын һаҡлау кәрәклеге хаҡында ла билдәләнде.
Рөстәм Хәмитов Денис Мантуров менән осрашты
Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Денис Мантуров менән осрашты