Рөстәм Хәмитов сеймал булмаған экспортты үҫтерергә саҡырҙы

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов сеймал булмаған экспортты үҫтерергә саҡырҙы

Беҙҙең республикала уның өлөшө 40 процентҡа етә. Быйыл 2 миллиард долларға тауар һатыласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. 2030 йылға экспортлаусы ойошмалар һанын ике, сеймалға ҡарамаған экспортты өс тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Бының өсөн бизнесҡа ярҙам итергә кәрәк. Рөстәм Хәмитов экспортлаусы ойошмаларға кредит биреү ваҡытын бер айғаса ҡыҫҡартырға һәм тауарҙы ташыуға киткән сығымдарҙы субсидияларға тәҡдим итте. Башҡортостанда төбәк эскпорт стандартын индереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Рәсәй Экспорт үҙәге бүлексәһе эшләй, шулай уҡ республиканың айырым ошондай ойошмаһы бар.