Быйыл йәй Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә. Июндә көндәрҙең 2017 йылдағы кеүек үк һалҡын булыуы көтөлмәй, шулай ҙа алдағы бер нисә көндөң һыуыҡ тороуы ихтимал. Белгестәр июлдә температураның норманан юғары булыуын, августа һәм сентябрҙә иһә нормаға яҡын, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуын фаразлай.