«Өфө» футбол клубының тиҙҙән яңы стадионы буласаҡ

Тулыраҡ: «Өфө» футбол клубының тиҙҙән яңы стадионы буласаҡ

Был турала Республика башлығы “Совет спорты”на интервьюһында белдерҙе. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Рөстәм Хәмитов яңы объект үҙенсәлектәрен дә һөйләп үтте. Команда Евролигаға сыҡҡас яңы стадион хаҡында уйлана башланыҡ тине төбәк башлығы. Башта Нефтсе стадионын реконструкциялау күҙаллана, бынан тыш ябыҡ стадион төҙөү тураһында һүҙ бара. Ҙур булмаған 15-17 мең кеше һыйҙырырлыҡ спорт объекты 3-4 миллиард һумға төшәсәк һәм алдағы 4 йылда төҙөлөргә тейеш.