Өфөлә «Гражданлыҡ инициативаһы» милли премияһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Тулыраҡ: Өфөлә «Гражданлыҡ инициативаһы» милли премияһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Изге эштәрҙең иң күләмлеһен күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тантанаһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм премия комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты.

Тере тамсы формаһындағы гәлсәр һынды тормошҡа битараф булмаған 13 әүҙем кеше алды. Уларҙың береһе тирә-яҡ мөхиттең сафлығын хәстәрләй, икенсеһе- тормошта ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә. Милләт сәләмәтлеге, рухи мираҫ, хәтер, яңы власть үҫентеләре. Гражданлыҡ инициативаһы милли премияһына дәғүә иткән проекттар буйынса Башҡортостан лидерҙар исемлегендә. Комиссия 13 номинация буйынса 120 проект ҡабул иткән. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы дипломға лайыҡ булһа, Стәрлетамактағы “Әйберҙәр банкы” һәм “Автойылъяҙма”, Өфөлә нәшер ителгән “Изге эштәр” гәзите, “Мең велосипедсы көнө” һәм “Йәшел Башҡортостан” проекттары лауреат исемен яуланы.Республика башлығы изге башланғысы менән йәмғиәт йөҙөнә яғымлыҡ өҫтәгән ватандаштарыбыҙҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Рөстәм Зәки улы йәмәғәт ойошмаларының эше тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә, изгелектең сиктәрен киңәйтә, тип белдерҙе.

Милли премия комитеты ағзаһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Юлий Гусман Башҡортостанда гражданлыҡ инициативаларының күкрәп сәскә атыуын республикала хөкөм һөргән халыҡтар дуҫлығы менән бәйләне. Милли премияның төбәк этабында еңгән проект авторҙары артабан конкурстың федераль кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Ил күләмендә лауреат исеме менән бергә улар 200 мең һумлыҡ грантҡа ла дәғүә итә. Премияның бүләкләү тантанаһы быйыл декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк. “Гражданлыҡ инициативаһы” милли премияһы комитеты йәмғиәтте яҡшы яҡҡа үҙгәртеү тәҡдимдәрен индергән еңеүселәрҙе бүләкләп кенә ҡалмай, мохтажлыҡ булһа башланғыстарҙы артабан бойомға ашырырға ла ярҙам итә.