Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Тулыраҡ: Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Бәләбәй районы Алексеевка ауылы халҡы йәш фельдшер Людмила Сергеева тураһында клип төшөргән. Бер көн эсендә генә төшөрөлгән видеояҙма интернет селтәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ ҡараусыларын йыйған. Кемдер баш ауыртыуы, ә кемдер һыуыҡ тейҙереп табипҡа ярҙам һорап килә.

Барлыҡ сирҙәрҙе дөрөҫ дауалай белеүсе генә түгел, ә йылы һүҙ менән йыуатыусы йәш фельдшер Людмила Сергеева һәр береһен көн дауамында ҡабул итеп өлгөрә. Людмила Сергеева медицина колледжын тамалай. Ҡулына диплом алғас, ул Бәләбәй районы Алексеевка ауылына килен булып төшә. Үҙенең алсаҡ һәм мөләйем булыуы менән һәр кешене йәлеп иткән ханым ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә инә лә инде. Төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һанаған йәш фельдшер быйыл да “Йылдың иң яҡшы фельдшеры” ярышына бара. Уның икенсе этабына үткәс, ижад төрө ярышында ауылдаштары тәҡдиме менән табип эше тураһында клип төшөрөп ебәрә.Ауылдаштары Людмиланы яҡшы фельдшер ҡына түгел, ә мөләйемлеге менән бөтә ир-егеттәрҙең үҙенә ҡарата алыуы тураһында ла төшөрә.

Әйткәндәй, клипты төшөрөү өсөн геройҙар ҙа оҙаҡ һайланмай. Сөнки һәр береһе ҡуш ҡуллап риза була, Людмилаға конкурста еңеү өсөн ярҙам итергә ашҡына.Ауыл тормошон да һүрәтләгән клипты төшөрөү күп ауырлыҡ тыуҙырмай. Унда кәрәкле әйберҙәр, йәки биҙрә, тас, көрәк һәм башҡалар геройҙарҙың ҡул осонда ғына.Видеояҙмаға төшөү өсөн ҡатнашыусыларға ни бары ете сәғәт ваҡыт талап ителә. Уның өсөн улар медпункт һәм ошо өй баҡсаһын һайлай. Клипта барған бөтә күренештәр бер урында башҡарыла.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт, тип яңғырай башҡорт халыҡ мәҡәле. Тап берҙәмлек ярҙамында Людмила Сергееваға конкурста призлы урын эләгә лә инде. Был еңеү – минеке түгел, ә дуҫлыҡ еңеүе, ти ул. Әйткәндәй, ауыл халҡын дауалаусы фельдшер Людмила Сергеева исеменә төшөрөлгән клип интернет селтәрҙәрендә лә үҙ урынын табып өлгөрҙә.