Бөгөн йәйҙең тәүге көнөндә Башҡортостанда ҡар яуҙы.Дүртөйлө, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында бөгөн төндә ер өҫтөн аҡ юрған ҡаплаған. Дүртөйлө районында еңелсә буран да сыҡҡан. Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошонда үҙгәрештәр булмаясаҡ, тип хәбәр итә.
Йылыраҡ кейенегеҙ, йәй етте
Тулыраҡ: Йылыраҡ кейенегеҙ, йәй етте