Өфөлә ял итеү, күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла бер матур урын барлыҡҡа киләсәк

Тулыраҡ: Өфөлә ял итеү, күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла бер матур урын барлыҡҡа киләсәк

Ул Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Бөгөн объектта эштәр барышы менән республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов танышты. Дөйөм оҙонлоғо биш саҡырым буласаҡ был комплекстың Рәсәйҙә тиңе юҡ. Ҡатмарлы конструкция Башҡортостандағы һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттарҙың береһе. Әйткәндәй, уның тәүге өлөшө – Конгресс-холл янындағы юл һәм нығытылған яр буйы баш ҡала халҡы ғына түгел, ә килгән ҡунаҡтарҙың да яратҡан урынына әйләнде. Өфөләге был төҙөлөштө Һарытау һыуһаҡлағысы ярын нығытыу менән генә сағыштырырға мөмкин. Проектҡа ярашлы, Өфөлә, Ағиҙел йылғаһының яр буйын нығытыу яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Ул тулыһынса халыҡ өсөн ҡарала. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң ҡуйылған бурыстарҙың теүәл үтә лә барыуын билдәләне. Ағиҙел ярындағы төҙөлөш эштәренең сираттағы һөҙөмтәһен августан күреп буласаҡ. Тағы ла ике айҙан ярҙың тағы ла бер өлөшө буйы тулыһынса асыласаҡ. Был проект бер-нисә йылды алдан күҙҙаллау мөмкинлеег бирә. Башҡортостан етәкселеге бөгөн тағы ла бер тәҡдим яһай. Ағиҙел ярын төҙөкләндереп бөтөп, йылға аша көньяҡ йүнәлешкә яңы күпер һалынғас, әлеге иҫке күперҙе йәйәүлеләр өсөн бирергә. Һуңынан иһә, Кооператив ялан, тип йөрөтөлгән микрорайонды ҡайтанан үҙләштереү. Ағиҙел ярын тиҙҙән танып та булмаясаҡ. Ҡатмарлы төҙөлөш фирүзә төҫө менән балҡыр, тип көтөлә. Төҙөүсөләр республиканың төп һыу артерияһының Өфө тәңгәлендәге өлөшөн Рәсәйҙәге иң матур яр буйы береһе, буласаҡ, тип вәғәҙәләй.