Республикала барлыҡ бюджеттарға ла һалым йыйыу яҡшырған

Тулыраҡ: Республикала барлыҡ бюджеттарға ла һалым йыйыу яҡшырған

Бөгөн Башҡортостан һалым хеҙмәтенең киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда билдәләүенеүсә, 3 ай эсендә төбәктә 113 миллиард 764 миллион һум һалым йыйылған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 46 ярым процентҡа күберәк. Ә Башҡортостан тупланма ҡаҙнаһына 48 миллиард һум күсерелгән. Республика етәкселеге тырышлығы менән һуңғы йылдарҙа бюджет сәйәсәтендә ҡырҡа үҙгәрештәр булды. Хәҙер уның килем өлөшө сығымдарға ҡарағанда күберәк. Йәғни, башҡортостанда социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Яңыраҡ ҡына Санкт-петербургта үткән иҡтисади форумда беҙҙең республика дөйөм хаҡы 30 миллиард һумдан ашҡан инвестиция проекттарына ҡул ҡуйҙы. Форумдың бөтә ҡатнашыусылары Башҡортостандың ҡеүәтле иҡтисади потенциалын, ижтимағи-сәйәси һәм социаль тотороҡлоғон, бизнес алып барыу өсөн уңайлылығын билдәләне.