- Мәскәү өлкәһендә Рәсәйҙә эшләнгән ТУ-214 ОН самолетын тикшереүҙең сираттағы өлөшө уңышлы тамамланды. Авиалайнер “Асыҡ һауа” килешеүендә ҡатнашыусылар-56 ил белгестәре алдында дүрт тапҡыр осоп үтте. Самолет сентябрҙә һуңғы тапҡыр тикшереү үтәсәк.
- Бельгияның Льеж ҡалаһы үҙәгендә атыш ойошторған ир юҡ ителде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә 3 кеше-2 полиция хеҙмәткәре һәм үтеп барыусы һәләк булды. Атыш террор ғәмәле статьяһы буйынса тикшереләсәк.
- Израилдың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы вәкиле именлек шураһын ХАМАС-ты террор ойошмаһы итеп танырға саҡырҙы. Дипломаттың был белдереүе Израиль менән Газа секторы сигендә хәл ҡатмарлашҡан мәлдә яңғыраны. Америка Именлек шураһының ашығыс ултырышын үткәреүҙе талап иткән.
- Бөйөк Британияла халыҡ сыр артынан уҙышҡан. Йола буйынса текә тауҙан ойоштороусылар сыр тәгәрәтә. Ҡатнашыусылар уны ҡыуып тоторға тейеш. Был күңел асыу сараһын йыл һайын тыйырға тырышалар, әммә әлегә уңышһыҙ.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре