Ошо туралағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән.Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы — донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Республиканың бөтә ауыл-ҡалаларында байрам саралары үтә. Баш ҡаланың һәр районында бәләкәстәр өсөн ижади коллективтарҙың сығыштары, оҫтаханалар, уйындар ойошторолдо. Ҡыҙҙар-малайҙар атай-әсәйҙәре, өләсәй-олатайҙары менән байрамды күҙәтеп кенә ҡалманы күргәҙмә өлгөләре менән танышты, кемдәрелер тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнде, ҡыҙҙар селтәр бәйләү оҫталары янынан китмәһә, малайҙар оҫта ҡуллы ағайҙары менән ағас юныу, һырлау серҙәренә төшөндө. 1950 йылдан алып йәйҙең тәүге көнөндә үткәрелгән байрамда бөтә халыҡ ҡатнашты. 1 июнь балаларҙың күңел асыу, улар өсөн төрлө саралар үткәреү көнө генә түгел, ә өлкәндәргә бәләкәстәренә ҡарата мөмкин тиклем яуаплыраҡ ҡарау, улар тураһында хәстәрлек күреү кәрәклегенең бик мөһим булыуын аңлау көнө лә. Бөгөн ҡаланың мәҙәни-ял үҙәгендә лә кескәйҙәр өсөн байрам ойошторолдо. Балалар төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа, уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Һуңынан Өфө мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында концерт та күрһәтелде.
Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша
Тулыраҡ: Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша