Беҙҙең яратып тыңлаған радиобыҙ заманса форматҡа-ФМ диапазонға күсә. Әле 20 районда һынау бара. Хәҙер төбәк халҡы яратҡан радиоһын өйҙә лә, юлда ла тыңлай ала. Әйткәндәй, бөгөндән тапшырыуҙарҙың сығыу ваҡыты үҙгәрә. Рәсәй-Башҡортостан радиоһында эфир ваҡыты артып, милли телдәргә иғтибар күберәк бүленәсәк. Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинованы республикала белмәгән кеше юҡ. Билдәле диктор 50 йылдан ашыу төбәк халҡын иртән уята, төштәрен концерт алып бара, ә кистәрен ҡотлау һүҙҙәре еткереп, юбилярҙарҙың шатлығы менән уртаҡлаша ине. Ниһәйәт, Башҡортостан радиоһында йәнә “Ҡәҙерле кешемә” ҡотлауҙар программаһы эфирға сыға башлай.Хәбәрселәр, режиссерҙар һәм мөхәррирҙәр радиотыңлаусыларҙың тағы бер яратып тыңлаған программаларының береһе — театр донъяһына ҡағылышлы тапшырыуҙарға йән өрә. Шулай уҡ, Башҡортостан халҡын өр-яңы тапшырыуҙар көтә. Беҙҙең йәш, дәртле хеҙмәттәштәребеҙ әле ишетелмәгән проекттар әҙерләй. Уларҙың береһе Рәсәй-Башҡортостан радиоһында тап бөгөн кисен эфирға сыға. Аҙна яңылыҡтарында 7 көн дауамында барған сәйәси ваҡиғаларға йоғаҡ яһалып, белгестәр тарафынан баһа биреләсәк. Ә һәр иртән эфирға сыҡҡан Самауыр тапшырыуы хәҙер йома төшөн буласаҡ. Баҡсасылар яратып өлгөргән программа ла 1-се июндән аҙнаһына ике тапҡыр барасаҡ.
Рәсәй-Башҡортостан радиоһы Вести ФМ һәм Маяҡ радиолары менән бергә беренсе мультиплексҡа инә. 2016-сы йылда ул Өфөлә фм диапазонында эшләй башланы. Ә июндән Рәсәй-Башҡортостан радиоһын республиканың 20 ҡала һәм районында тыңлай алалар. Йыл аҙағына тиклем беҙҙең яратып ҡабул иткән “Өфө, һөйләй” ауазы бөтә Башҡортостанға яңғыраясаҡ.Фм диапазонына күсеү хәбәрселәргә һәм тыңлаусыларға яңы мөмкинлектәр аса. Беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ яңы тапшырыуҙар өҫтөндә эшләй, Башҡортостан радиоһына тоғро һәм яңы дуҫтарыбыҙҙы сифатлы тапшырыуҙар шәлкеме ҡыуандырасаҡ.