Башҡортостанда берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә 662 иҫәп участкаһы эшләне. Шуларҙың 77-һе — Өфөлә. «Берҙәм Рәсәй» беренсе тапҡыр асыҡ праймериз уҙғарҙы. Ошо ысул менән сәйәси фирҡә артабан үҙ исеменән депутатлыҡҡа кандидат күрһәтеү мәсьәләһен хәл итә. Тейешле күләмдә тауыш йыйған кандидаттар иһә көҙгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Өсөнсө июндә иртәнге сәғәт һигеҙҙә Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы асылды. Шуларҙың 77-һе Өфөлә. Башҡаланың Киров районы халҡын 6-сы Пушкин һайлау округы ҡабул итте. Бында тәүгеләрҙән булып төбәк етәкселеге тауыш бирҙе. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов йәш сәйәсмәндәргә өҫтөнлөк биреүен белдерҙе.Праймериз электоратҡа яҡшы таныш булмаған һәм ул өмөт бағлаған кандидаттарҙы асыҡларға булышлыҡ итә. “Берҙәм Рәсәйҙән” депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтер өсөн көнэлгәре һайлау мотлаҡ талап. Кандидаттар шулай уҡ һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты. Берҙәм Рәсәй көнэлгәре һайлауҙы беренсе, асыҡ ысул менән башҡара. Быйыл тәүге тапҡыр халыҡ 28 майҙан 1 июнгә тиклем онлайн тауыш биреү хоҡуғын файҙаланды. Республикала был ысул менән 15 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе. Иҫәп участкаларында иһә көнэлгәре тауыш биреү ғәмәле ғәҙәти һайлауҙағы кеүек. Бары өйҙә тауыш биреү ҡаралмаған. Тауыш биреү рейтинг ысулы менән үтте, йәғни, исемлектән бер нисә кеше йәиһә барыһы ла һайланды. Республика буйынса кандидаттар һаны алты йөҙгә яҡын. Көнэлгәре тауыш биреү һөҙөмтәләре 5 июнгә билдәле булыр, тип көтөлә. Иң күп һайлаусы тауышын йыйған кандидаттар раҫланғас “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе уларҙы 9 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға күрһәтәсәк. Башҡортостан парламентына барыһы 110 депутат һайлана.
Праймериз-алдан һайлау, асыҡ һайлау
Тулыраҡ: Праймериз-алдан һайлау, асыҡ һайлау