Ейәнсура районы Әбүләйес ауылында йәшәүсе Иршат Мусин Себер йә башҡа тарафтарҙа бер ай эшләгән хеҙмәт хаҡын бер аҙна эсендә таба ала.
Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Буш ваҡытында Иршат Мусин ағас менән булышырға ярата. Яңыраҡ уға умарталар өсөн рамкалар эшләп бирергә заказ биргәндәр.Умарталар өсөн рамкаларҙы йүкәнән эшләй, ә бына башҡа әйберҙәрҙе яһау өсөн ҡарағайға өҫтөнлөк бирә.Балта оҫтаһы ағасты алдан әҙерләп ҡуя. Шуға уҙған йылда һалып ҡуйған таҡталар быйыл тамам була. Ғәҙәттә Иршат Мусин әйберҙәрҙе һәм биҙәктәрҙе ауылдаштары өсөн эшләй. Күрше ауылдан да килеп алыусылар бар. Балта оҫтаһының даны бөтә республикаға таралған. Ул башҡа райондарға ла сығып, мунса күтәрешә, йорт һалыша һәм биҙәргә ярҙамлаша.Йүнсел йорт кәрәк-яраҡтарын да үҙ ҡулдары менән эшләй. Мәҫәлән, аш-һыу өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алмай. Бынан тыш, өйөнөң эсен дә биҙәй. Бында көҙгө, ишек буйҙары семәрләнгән, өҫтәл — ултырғыстар эшләнгән.Оҙайлы ҡыш кистәрендә лә эшһеҙ ултырмай оҫта. Үҙе яһаған креслоға ултырып ағас һырлай. Елкәң һәм теләгең булһа, ауылда ла етеш йәшәргә мөмкин, ти Иршат Мусин.Был шөғөл сыҙамлыҡ һәм ваҡыт талап итә, сөнки, ағас ярылмаһын өсөн һәр биҙәкте йә әйберҙе яйлап эшләргә кәрәк. Ҡул эшенең хаҡы ла юғары баһалана, ти балта оҫтаһы.