Башҡорт балы Польшаға оҙатылды

Тулыраҡ: Башҡорт балы Польшаға оҙатылды

Башҡортостандан 1 мең 740 килограмм башҡорт балы ирекле һатыу өсөн Польшаға оҙатылды. Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, сит илгә оҙатҡанға тиклем аҙыҡ-түлек Таможня берлеге һәм Европа берлегенең Техник регламенттары талаптарына ярашлылыҡҡа тулы лаборатор тикшереү үткәрҙе. Балға халыҡ-ара ветеринар сертификат һәм өс телдә сәләмәтлек сертификаттары тапшырылған.