Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән халыҡ һабантуйға сыға. Быйыл Учалы районы Һабантуйы – Ғаилә йылына арналды. Учалы районы быйыл сәсеү эштәрен ваҡытында башҡарып сыҡты. Шуға ла һабантуй көнөндә бер аҙ ҡар яуыуға ла иғтибар итеүсе булманы. Беҙҙең күңел йылыһы ҡарҙы ғына түгел, ташты ла иретерлек, тип халыҡ байрам итте. Байрамға Федерация советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина һәм башҡа билдәле шәхестәр саҡырылғайны.Тирмәләр — һәр һабантуйҙың биҙәге. Дуҫлыҡ урамын барлыҡҡа килтергән төрлө милләттәрҙең үҙенсәлеген күрһәткән тирмәләрҙе, ихаталарҙы биҙәүҙә хужалар бар тырышлығын һалған.Биләмәләрҙең ысын мәғәнәһендә оло тырышлыҡ һалып әҙерләнгәнлеген, шул ерлеккә генә хас ниндәй халыҡ кәсептәре барлығын, ниндәй йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр өҫтөнлөк иткәнен, халыҡтың көнкүреш, йәшәйеш кимәлен, оҫталығын тирмә янына ҡуйылған бай күргәҙмәләрҙән күрергә мөмкин ине.Һабантуйҙы район халҡы милли йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлауҙағы төп сараларҙың береһе тип иҫәпләй. Халҡыбыҙҙың борондан килгән милли уйындары, ярыштары ла ситтә ҡалманы. Беренсе тапҡыр башҡорт һабантуйы тарихында 150 пар бейеүсе бер майҙанда “Беҙҙең байрам” халыҡ бейеүен башҡара. Күреүебеҙсә ҡунаҡтар бейеүселәрҙән ҙән алмай һәр хәрәкәтен күҙәтә. Ярыштар — һабантуйҙың иң сағыу өлөшө. Бигерәк тә ат сабышын, милли көрәште ҡарарға, һәр ваҡыттағыса, кеше күп йыйылды.Райондың ауыл хужалығы предприятиялары араһында иң яҡшыһы тип “Байрамғол Агрофирмаһы”, “Зауралье-Агро” һәм “Юлдаш” ойошмалары билдәләнде.
Республика райондарында һабан байрамдары дауам итә
Тулыраҡ: Республика райондарында һабан байрамдары дауам итә