Иртүк һабантуй майҙаны йыр-моңға күмелде. Кәйефте насар һауа торошо ла боҙа алманы, халыҡ ихлас итеп ял итте, тамаша ҡараны. Тирмәләр янында күргәҙмәләр ойошторолғайны, һәр килгән ҡунаҡты хужалар йыр-моң, самауыр сәйе, ҡымыҙ менән ҡаршы алды, өҫтәлдәр ҙә милли ризыҡтарҙан, аш-һыуҙарҙан һығылып торҙо. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар йола буйынса, ат сабышы, юртаҡтарҙың алышын яратып күҙәтте. Ат ярышынан һуң, халыҡ төрлө спорт ярыштары, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтарға ашыҡты.
Дәүләкән районында һабантуй байрамы үтте
Тулыраҡ: Дәүләкән районында һабантуй байрамы үтте