Алдан тауыш биреү йомғаҡтары

Тулыраҡ: Алдан тауыш биреү йомғаҡтары

Берҙәм Рәсәй сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе алдан тауыш биреү һөҙөмтәләрен билдәләне. Һайлауҙар үткән йәкшәмбе, 3 июндә үтте. Фирҡәнең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев республика халҡы праймеризда әүҙем ҡатнашты, тип белдерҙе. Иҫәп участкаларына һайлаусыларҙың 13,4 проценты килде. Урал аръяғы райондарынан Хәйбулла менән Баймаҡта был күрһәткес 17 процентҡа етте. Нуриман районы халҡы ла шундай уҡ әүҙемлекте күрһәтте. Фирҡә исемлектәре буйынса кандидаттар өсөн 400 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе. Быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған онлайн тауыш биреүҙә 15 мең кеше ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге һуңғараҡ раҫланасаҡ.