Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Францияла киләһе ике йылда 40 террорсы иреккә сығарыласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, илдә был йәмәғәт именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Иҫәпләүҙәр буйынса, иректән мәхрүм ителгән 1 мең 200 кеше радикаль ислам пропагандаһы йоғонтоһона эләгеүе ихтимал.
  • Украинаның Энергодар ҡалаһында балаларға милли гвардияның махсус тәғәйенләнештәге отряды шартлы дошманды һуйырға өйрәткән. Бысаҡ һәм ҡан ысын булмаһа ла, ата-әсәләр шаҡ ҡатҡан.
  • Ҡытайҙағы ресторандарҙың береһендә ашта бешерелгән ҡыҫала тере булып сыҡҡан. Етмәһә, ул аш һауытынан ҡасырға маташҡан. Уға эйәреп икенсе ҡыҫала ла иреккә сығырға ынтылып ҡараған. Әммә сәнске аҫтында ҡалған.
  • Гватемалала Фуэго вулканы атылыу сәбәпле 56 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡара төтөн һәм көл диңгеҙ кимәленән 10 километрға күтәрелгән. Ошо сәбәпле башҡала аэропорты ябылған. Илдә өс көнлөк матәм иғлан ителгән.