Аҡса йыйҙыҡ, тик балалар ҡаласығын көтөп ала алманыҡ

Тулыраҡ: Аҡса йыйҙыҡ, тик балалар ҡаласығын көтөп ала алманыҡ

Өфөнөң күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәүселәр йорт алдын тәртипкә килтереү менән риза түгел. Алена Кнауб Өфөлә күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәй. Инициатив төркөм балалар ҡаласығы эшләү өсөн йорттан 80 мең һум аҡса йыя. Ҡала хакимиәте лә ошоға өҫтәп махсус программа нигеҙендә аҡса бүлә. Башҡортостанда әле башланғыстарҙы иғәнәләү буйынса 4 программа эшләй. Программала ҡатнашып та, һөҙөмтә күрмәгән осраҡтар бар. Мәҫәлән Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамында балалар өсөн майҙансыҡ – балалар өсөн хәүефле урындарҙың береһе. // Ошондай „ тауҙарҙан„ шыуып төшөрлөк түгел.... урыны ла тутығып бөткән.Бер йыл элек был йортта йәшәүселәр „Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу„ программаһына индерелә. Йорттоң тирә-яғын тәртипкә килтереү өсөн халыҡтан 300 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла.Халыҡтан йыйылған аҡсаға электр бағаналары алмаштырылырға, бордюрҙар яңыртылырға, йәйәүлеләр өсөн юл рәткә килтерелергә тейеш була. Тик был эштәрҙең яртыһы ғына башҡарыла. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн бар эште кәңәшләшеп атҡарырға кәрәк. Был эштә дәүләттең һәм халыҡтың берҙәм булыуы ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә килтерә ала ти белгестәр.