Өфөләге күп ҡатлы йорт биләмәләренең береһе Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. “Йәмле ихата” ҡороусы фатир хужалары һөйөнөсөнән эш фронтын йәнә киңәйтеү теләге менән яна. Гагарин урамындағы күп ҡатлы йорттың беренсе подъезында йәшәгән әүҙем кешеләр ихатаны төҙөкләндереү идеяһын көтмәгәндә күтәреп ала. Ябай аралашыу түгел, мессенджер булышлығында берләшмә тупланып эш йәнләнә. Һөҙөмтәлә “Таш джунгли” проекты барлыҡҡа килә. Ил күләмендәге конкурста ҡатнашыу теләге лә көтмәгәндә тыуа. Әлеге донъя мәғлүмәт селтәренә рәхмәт, тиҙәр. Бәйләнештә тауыш биреү ысулы менән йорт ихаталарын төҙөкләндереүгә өндәгән конкурста “Таш джунгли” 287 проект араһында өсөнсө урынды яулай. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә 100 мең һумлыҡ еңеү сертификатын тапшырыу тантанаһы көтөлә. “Таш джунгли” проекты менән еңеү яулағандар сертификат аҡсаһына алты подъезлы ҙур йорттоң башҡа ихаталарын да уратып ултыртыр өсөн ылыҫлы ағас үҫентеләре алырға ниәтләй. Тик мәңге йәшел ағастарҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға тура килә. Запотоцкий урамындағы 48-се йортта йәшәгән фатир хужалары бер үҫентеһен юғалтҡан да инде. Хәҙер был ихатала күҙәтеү камералары, шлагбаум, кәрәк саҡта дүрт аяҡлы дуҫтар ҙа уяу. Йорт биләмәһен үҙ ҡарамаҡҡа алыу өҫтөнлөгөн барыһы ла таный. Бөхтәлек, йәшеллек, тәртип хөкөм һөрә. Ихата башҡала бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкән. Башҡараһы эштәр байтаҡ, ти йорт идараһы ағзалары. Балалар майҙансығына йомшаҡ ҡаплау ябаһы, биләмәне межалау, подъезд эсен матурлау талап ителә. Менделеев урамындағы 150-се йорттарҙың 5-се бинаһы ла тупһаһынан уҡ көнләшерлек. Фатир хужалары менән ҡунаҡтарҙы урамға исем биргән бөйөк ғалимдың һыны ҡаршылай. Кеше мөнәсәбәттәре химияға нигеҙләнгән. Бәйләнештәр яғымлы, аралар йылы булһын өсөн һөйөүҙән башла, ти ошо күркәмлеккә башланғыс һалыусы гүзәл ханым.Йәмле йорт-ихатала көн итергә теләп эште үҙ ҡулыңа алған Наталья Михайловна ҡомарын күршеләренә лә “йоҡторған”. Хәҙер йорттоң һәр ҡатында фатир хужалары кемуҙарҙан интерьер ҡора. Биҙәүестәр үҙ зауығына ҡарап. Уңайлыҡтар иһә һәммәһе өсөн уртаҡ. Ишектән ингәс тә велосипед һәм бала коляскалары өсөн айырым бүлмә бүленгән. Бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип.Был подъезда йәшәгән кешеләрҙең олоһо ла кесеһе лә үҙен хужа итеп тоя. Бөхтәлеккә бер күнеккәс уны боҙаһы ла килмәй.Үҙ йортоңда үҙең хужа булыу – тәбиғи күренеш. Өфөлә ошо хәҡиҡәткә тоғро фатир хужалары күп. Уларҙың тәжрибәһе башҡаларға өлгө булһа, идара итеүсе компаниялар йәнә бер бурысынан ҡалыр ине.
Йәмле ихата
Тулыраҡ: Йәмле ихата