Граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса килеп тыуған хәлде көйләү өсөн аныҡ план булырға тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быны хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Бөгөн 600 рецепт буйынса бурыстар үтәлмәгән, тимәк 600 мохтаж кеше тейешле дарыуын ала алмай. Хәлдең яҡшыға үҙгәреше күҙәтелмәй, тине Рөстәм Зәки улы. Былтыр тьәмин ителмәгән рецептар һаны һирәк осраҡта 100---ҙән артмаһа, бөгөнгә был һан меңгә барып етте, тип билдәләне республика башлығы. Бынан тыш, препараттарҙы оҡшашына алмаштырыу проблемаһы барлыҡҡа килде. Рөстәм Зәки улы республикала йәшәгән кешенең төбәк башлығына яҙма мөрәжәғәтен миҫалға килтерҙе. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, вазифалағы кешеләр бындай осраҡтарҙа ҡул һелтәргә түгел, ә мәсьәләне етди иғтибарға алып сара күрергә тейеш.Рөстәм Хәмитов һирәк осраған сиргә дусар кешеләр тарыған хәлгә айырым туҡталды. Дарыуҙар менән тәьмин итеү өлкәһендәге хәл буйынса фекер алышыуға йомғаҡ яһап республика башлығы ҡиммәтле препараттарҙы һатып алыу һәм суд эштәрен хәл итеү өсөн хөкүмәт 2018 йылдың аҙағына тиклем 462 миллиард 600 миллион һум аҡса бүләсәк, тип белдерҙе. Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә яуаплы ведомстволарға иһә Рөстәм Хәмитов 1 июлгә тиклем мәсьәләне хәл итергә һәм үтәлеше кисектерелгән рецептарҙың башҡаса булмауын тикшереп торорға йөкләмә бирҙе.
Башҡортостан етәксеһе халыҡ һаулығына иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы
Тулыраҡ: Башҡортостан етәксеһе халыҡ һаулығына иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы