Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Венала Австрия президенты Александр ван дер Беллен һәм федераль канцлер Себастьян Курц менән осрашты. Һөйләшеүҙәрҙә Европа берлегенең Рәсәйгә ҡаршы санкциялары мәсьәләһе лә күтәрелде. Австрия президенты был йәһәттән беҙ Европа берлеге сәйәсәтенән тайпыла алмайбыҙ, тип белдерҙе.
  • Ҡазанда “Порт” сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусылар юҡ. Бинанан 20 кеше эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, юғары температуранан сауҙа үҙәгенең емерелеүе ихтимал.
  • Домодедово ҡала округында сит ил машинаһы тротуарға сығып өс үҫмерҙе тапатҡан. Улар әле дауаханала, хәлдәре бик ауыр тип баһалана. Асыҡланыуынса, юғары тиҙлектә килеүсе машина юл киҫелешендә икенсе автомобилгә бәрелә һәм тротуарҙа һөйләшеп торған үҫмерҙәрҙе тапата.
  • Рәсәй футбол буйынса донъя чемпионатына әҙер. Мәскәүгә тәүгеләрҙән булып Иран командаһы килде. Иран милли йыйылма командаһын Внуково аэропортында ҙурлап ҡаршы алғандар.