Баш ҡаланың яңы йөҙө

Тулыраҡ: Баш ҡаланың яңы йөҙө

Өфөлә Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү бара. Республикала был һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттарҙың береһе. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышын шәхсән күҙәтеүгә алды. Республика Йортонда йылға буйын яңыртыуға арналған тағы ла бер кәңәшмә үтте. Был төҙөлөш Өфө халҡы ғына түгел, ә тотош респулика иғтибарында. Иғтибар менән бер рәттән, яр буйының мөмкинлектәрен ҡулланыу ҙа урынлы. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Ағиҙел ярында концерт залдарын төҙөү, никахлашыу урындары булдырыу бик отошло булыр ине. Башҡортостан етәксеһе яуаплы ойошмалар һәм Өфө хакимиәте алдында яңы бурыстар ҡуя. Ул — инфраструктураны камиллаштырыу. Канат юлын һалыу, иҫке күпер мәсьәләһе. Яр буйын яңыртыу тағы яңы проекттарҙы бойомға ашырыу кәрәклеген асып һала. Рәстәм Хәмитов тәҡдиме – Өфөнөң көньяк өлөшөн еренә еткереп эшләү, Пугачев затонын үҙләштереү. Яңы күпер һалыу иһә улар араһынан иң етди мәсьәлә. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөштөң сираттағы өлөшөн мөмкин тиклем йәһәтерәк теүәлләп, халыҡ өсөн яр буйын мөмкин тиклем тиҙерәк асырға саҡыра. Яр буйын матурлау буйынса тәҡдимде Өфөлөләр генә түгел, республика халҡы ла еткерә аласаҡ. Бының өсөн айырым интернет сәхифә булдырыу күҙаллана. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә уҙған был кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереүҙең Башҡортостан өсөн етди проект. Иң мөһиме, теүәл бер йылдан республкианың тәбиғәт мөғжизәһе булған Ағиҙелдең Өфө тәңгәлендәге өлөшө яңы төҫтәр менән балҡыясаҡ. Фирүзә ташты хәтерләткән нурҙар республика өсөн күптән көтөлгән һәм, ниһәйәт, көтөп алынған бүләк. Рөстәм Хәмитов төбәк халҡының, тимәк беҙҙең һәм һеҙҙең был бүләккә лайыҡ икәнен айырым билдәләй.