Байрам көндәрендә пенсиялар таратыу графигы

Тулыраҡ: Байрам көндәрендә пенсиялар таратыу графигы

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды июндә, ял көндәрендә пенсиялар һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу графигын хәбәр итте. Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы менән бәйле республика почта элемтәһе ойошмалары 12-се июнгә түләүҙәрҙе 9-сы һәм 11-се июндә, пенсияны 15 июндә алыусыларға 13, 14 июндә тартасаҡ. 18 июндән пенсиялар билдәләнгән графикка ярашлы таратыла. Түләүҙәрҙе 12 һәм 13 июндә банктарҙа алыусыларға суммалар 9 июндә күсерелә. Ҡалғандарға – килешеү менән билдәләнгән ваҡытта.