Ишмулла көндәре

Тулыраҡ: Ишмулла көндәре

Быйыл данлыҡлы ҡурайсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ишмула Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан 18-19 июндә шулай уҡ ҡурайсының тыуған яғы Йылайыр районында 5 йылға бер тапҡыр уҙғарылған “Ишмулла көндәре” байрамы үтәсәк. Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт ҡурайын донъя кимәленә сығарған шәхес. Ул ижад иткән йырҙар, көйҙәр хәҙер инде халыҡ йырҙарына әүерелгән.