Милләттәр лигаһы уйындары

Тулыраҡ: Милләттәр лигаһы уйындары

Өфөлә беренсе тапҡыр волейбол буйынса Милләттәр лигаһы уйындары үтте. Был турнир кимәле буйынса донъя чемпионатына тиң. Баш ҡалала ойошторолған өсөнсө турҙа 4 команда көс һынашты. Улар араһында волейбол донъяһында дан алған Рәсәй, Бразилия, Иран һәм Ҡытай командалары. Турнирҙың беренсе көнөндә Рәсәй йыйылма командаһы Бразилия уйынсылары менән осрашты. Уйын көсөргәнешле барҙы, әммә, ҡунаҡтар көслөрәк булып сыҡты һәм 3-1 иҫәбенә еңде. Икенсе көнөнә Сергей Шляпников дружинаһы Ҡытай волейболсылары менән уйнаны һәм 3-0 иҫәбенә еңде. Өфөләге өсөнсө тур Рәсәй һәм Иран йыйылма командаларының осрашыуы менән тамамланды. Бында ла беҙҙең волейболсылар көслөрәк булып сыҡты. Иҫәп 3-1. Рәсәй йыйылма командаһы волейбол донъяһында иң көслө командалар иҫәбенә инә. Уларҙың уйынын ҡарарға Башҡортостан район-ҡалаларынан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәренән дә көйәрмәндәр килде. Милләттәр лигаһында 16 команда көс һынаша. Уның 4-се аҙнаһы был йома башлана. 15-се июндә Рәсәй йыйылма командаһы Аргентина менән көс һынаша. Сергей Шляпников тәрбиәләнеүселәре әле 19 мәрәй менән турнир теҙмәһендә 5-се урында килә.