Назар Нәжми тыуыуға - 100 йыл

Тулыраҡ: Назар Нәжми тыуыуға - 100 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тыуыуға 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханла “Өфө йүкәләре” тигән ҙур сара үтте. Тышта һибәләп ямғыр яуып торһа ла, бөйөк шағирыбыҙ ижадына арналған сараға килеүселәр һаны байтаҡ ине. Назар Нәжмиҙең замандаштары, ҡәләмдәштәре, уның ижадын һөйөүселәр шағир тураһында тос фекерҙәрен әйтте. Килгән һәр ҡунаҡ әҙиптең китаптары менән яҡындан таныша алды, шулай уҡ урамда йүкә сәйен һәм балын тәмләп ҡарай алды.