Башҡортостан халҡы милли кейемдәрҙә рекорд ҡуйҙы

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы милли кейемдәрҙә рекорд ҡуйҙы

Евразия йөрәге-2018 фестивале сиктәрендә уҙғарылған Милли кейемдәр парадында ҡатнашыусы һәр кем Рәсәй рекордын ҡуйыуға үҙ көсөн индерҙе. 40-тан ашыу милләт вәкилдәре Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашып Ватан паркына ағыла. Бер маҡсат менән янып атлай улар - этнопарк майҙанында түңәрәккә баҫып, әйлән-бәйлән уйнарға һәм Рәсәй рекордсылары исемлегенә инергә. Түңәрәк үҫкәндән-үҫә. Аҙаҡҡа табан унда ҡатнашыусылар һаны 1192 кешегә тиклем барып етте. Рекордты ҡуйыусыларҙың иң бәләкәсенә — 2, иң өлкәндәренә 80 йәш. Рәсәй тарихында әлегә тиклем ундай күренештең шаһиты булғаным юҡ әле, ти Рәсәй рекордтары китабының баш мөхәррире Станислав Коненко. Башҡортостан халҡының был ҡыйыу аҙымын Рәсәй кимәлендә хәҙер китап ҡына түгел, юғары вазифаларҙа эшләгән яҡташтарыбыҙ аша ла ишетеп -беләсәктәр. Тағы ла шуныһы һөйөндөрә: һәр милләт вәкилдәре үҙҙәренең милли асылын юғалтмай. Улар мәҙәниәттәрен, телен, тарихын яҡшы белә. Сит илдән килеп Башҡортостанда уҡып йөрөүсе студенттар ҙа милли кейем байрамының уртаһында ҡайнаны. Ошондай байрамдар илһөйәрлек тәрбиәләп кенә ҡалмай, үҫеп килгән быуында милли үҙаңды үҫтерә, милли кейемдәребеҙҙең тарихын юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә, тип һанай беҙҙең милләттәштәребеҙ. Иң өлкән ҡатнашыусыларҙың береһе  — Лилиә Ғәйнуллина парадтағы иң боронғо түшелдерек хужаһы ла. Ҡурған өлкәһенән килгән милләттәштәребеҙ иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙың кейемдәре лә, һөйләштәре лә үҙенсәлекле ине. Милли кейемдәр парадында төбәктең ағинәйҙәре әүҙем ҡатнашты. Унда барыһы 779 ағинәй теркәлеү үткән. Миллилек һәм дуҫлыҡ байрамын рекорд ҡуйыусылар күтәренке кәйефтә оҙатты, ә ситтән күҙәтеүселәр, киләһе йылда парадта ҡатнашыусылар иҫәбендә булырға, тип рухланды.