Ошо уңайҙан башҡалабыҙҙың төрлө майҙандарында ҙур концерттар уҙғарылды. Бынан тыш, ҡала көнөндә Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне. Рәсәй көнө, ҡала байрамы һәм Салауат Юлаев көндәре. Хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Дәртле йыр-бейеүҙәр, сағыу төҫтәге кейемдәр, алсаҡ йөҙҙәр... Ҡала көнөнә бағышланып уҙғарылған ҙур тантананы һәр кем ҡарап, күңел аса алды. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында төрлө йыр һәм бейеү ансамбле солистары мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ҙур тамаша ойошторҙо. Бында килгэн һәр кем тантананан тыш, күргәҙмә менән дә таныша алды. Өфөнөң иҫтәлекле урындарын һынландырылған сувенирҙар, башҡорт милли биҙәктәре, йомшаҡ уйынсыҡтар, өҫ кейемдәре-былар барыһы ла майҙансыҡта урын тапкан. Байрамға килгән һәр кеше тыуған иле менән ғорурланыуын йәшермәй ине. Байрам көнөндә башҡала халҡы Ленин майҙанында тәүгеләрҙән булып Өфө тураһында сыҡҡан яңы йыр ҙа ишетте. Уның авторы халыҡ-ара баш ҡалалар һәм ҙур ҡалалар ассамблеяһы генераль директоры урынбаҫары Юрий Васюнькин үҙе Өфөгә килеп ҡайтҡандан һуң ижад иткән. Ҡала көнө уңайынан шул уҡ майҙанда “Өфө йүкәләре” тип аталған ҙур концерт уҙғарылды. Был конкурста бөтәһе 70 кеше ҡатнашырға теләк белдергән, шуларҙың 23-ө финалға үткән. Еңеүселәргә жюри ағзалары дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Көндөҙ үткәрелгән төрлө сараларҙан һуң, Өфө халҡы Ленин майҙанында популяр йырсы Радик Юльякшиндын концертын ҡарай алды. Кесеһе лә, олоһо ла дәртле йырҙарға күңел асты. Ғәҙәттәгесә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көн сараларға бай булды. Өфөнөң барлыҡ майҙандарында үткән күңел асыу саралары Ленин исемендәге майҙанда күркәм салют менән тамамланды.
Өфөгә - 444 йыл!
Тулыраҡ: Өфөгә - 444 йыл!