Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары

Тулыраҡ: Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары

Рәсәйҙәге тәүге ҡымыҙ киптереү цехы, роботлаштырылған малсылыҡ комплексы һәм цемент заводы. Башҡортостандың Урал аръяғы менән Рәсәй генә түгел сит ил инвесторҙары ла ҡыҙыҡһына башланы. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән иҡтисади форумда тағы ла бер нисә яңы проектҡа нигеҙ һалынды. Киң далалы Баймаҡ ере. Ул борондан йылҡысылыҡ төбәге булараҡ билдәле. Тап бында иң файҙалы ҡымыҙ етештерелә. Тик уның микроэлементтарын юғалтмайынса оҙаҡ һаҡлау мөмкин түгел ине. Ә хәҙер космосҡа ла оҙата башлаясаҡтар.

Баймаҡта Рәсәйҙәге тәүге ҡымыҙҙы туңдырып киптереү цехы төҙөлдө. Мәскәү ғалимдары йылдан ашыу тикшереүҙәр үткәреп эсемлектең файҙалы элементтарын юғалтмайынса эшкәртеү юлын тапҡан. Был проектҡа үҙ аҡсаһын Мәскәү инвесторы һалған.

Был предприятие республиканың көнъяҡ-көнсығышындағы 7 районды берләштергән субрегионда һуңғы йылдарҙа төҙөлгәндәренең береһе генә. Ә ундайҙар һаны 3 тиҫтәнән ашып китә. Исемлектә ағасты тәрән эшкәртеү, ит-һөт комбинаттары, малсылыҡ комплекстары, төҙөлөш материалдары, ағасты тәрән эшкәртеү һәм башҡалар. Төбәктең иҡтисади тормошон йәнләндереүгә Сибайҙа ике йылға бер үткәрелеп килгән форум этәргес бирә. Рөстәм Хәмитов эшлекле кәңәшмәлә сығыш яһап бында эшҡыуарлыҡ өсөн дә, инвесторҙарға ла яҡшы шарттар булдырылыуын билдәләп китте.

Урындағы йүнселдәр инвестор көтөп кенә ятмай, Бетерә ауылында йәшәүсе Илсур Нәбиуллин мәҫәлән, ағас эшкәртеүҙе 7-8 йыл элек ябай балтанан башлаһа, бөгөн Канада технологияһы менән эшләй.

Төбәктә еңел сәнәғәт тә йылдам үҫешә. Был кейемдәр Урал аръяғында йәшәүсе оҫтабикәләр ҡулы менән тегелгән. Әбйәлил, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында бөгөн 8 цех эшләй. Ошо көндәрҙә 9-сыһы асыласаҡ. Инвестор бөтәһе 90 миллион һум аҡсаһын һалған. Предприятие хужалары артабан үҙ магазиндар селтәрен һәм ҡайын киптереү цехын булдырырға ниәтләй. Бының өсөн улар тағы ла 50 миллион һумын сығарып һалырға әҙер.

Был субрегион үҫешенә иғтибар булыуын бөгөн күптәр таный һәм глобаль проекттар тәҡдим итергә әҙер. Мәҫәлән, иҫәп буйынса 7-се “Урал аръяғы” форумында Әбйәлилдә роботлаштырылған ферма төҙөү тураһында килешеү төҙөлдө. Иҡтисадтың төп локомотивы булған инфраструктураға ла үҙ аҡсаһын һалырға әҙер инвесторҙар.

Өфөнән алыҫ урынлашҡанлыҡтан Урал аръяғына күрше төбәктәр менән тығыҙ бәйләнеш итергә тура килә. Сиктәш Ырымбур менән мәҫәлән 10 йыл эсендә тауар әйләнеше 6 тапҡырға артҡан, былтыр ул 17,5 млрд һумға еткән.

Киләһе йылдарға өҫтөнлөклө проекттар исемлегендә – "Бөрйән" туристик кластеры. Уға 3 миллиард һум инвестиция йүнәлтеләсәк. Был сумманың иң күбе 700 миллион һум самаһы федераль үҙәк һәм Башҡортостан өлөшө, ҡалған аҡсаны шәхси ойошмалар бүлә. Дәүләт аҡсаһы тәү сиратта инфраструктура, юлдар төҙөүгә китәсәк.

Иғтибар булғас һөҙөмтә лә күренә, 10 йыл эсендә етештерелгән тауар күләме был төбәктә 1 ярым тапҡырға артҡан, эш хаҡы 2,2 тапҡырға үҫкән. Республика менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Тимәк, Урал аръяғын алда тағы ла иҡтисади артылыш көтә.