Ҡором ҡолдары

Тулыраҡ: Ҡором ҡолдары

Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе күмер туҙаны баҫа. Халыҡ ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләп аптырай. Йөк ташыу портының башҡа ваҡытта тәүлек әйләнәһенә асыҡ ҡапҡалары – бикле. Халыҡ Нижегородка биҫтәһенең 5-6 урамын ҡаплап алған күмер туҙаны менән нисек көрәшергә белмәй аптырай. Йәйгелек ҡунаҡҡа килеүсе ейәнсәрҙәремде тышҡа сығармай тоторға мәжбүрмен, ти Тамара Леньшина. Ел булған көндәрҙә урамда бөтөнләй йөрөрлөк түгел. Күмер онтағы кейем, йорт ҡаралтылары өҫтөнә генә ултырып ҡалмай, ә күҙгә, танау ҡыуышлығына, тамаҡҡа ултыра башлай, тип зарлана халыҡ. Тышта ғына түгел, хатта өйҙә лә күмер туҙаны... тәҙерә төбөн генә һөртөп ҡарайыҡ...... ҡором тәҙрә төбө, иҙән, мебелде ҡаплаған...Пароход менән йөк ташыу портына килтерелгән күмерҙең өҫтөн ике көн элек кенә ҡаплағандар. Уныһы ла еренә еткерелмәгән. Көслө ел иҫкәндә бында ҡором ҡойоно барлыҡҡа килә. Халыҡ нисек кенә йөк ташыу порты етәксеһе менән һөйләшергә тырышмаһын, ҡаршы яҡ бәйләнешкә сыҡмай. Нижегородка йөк ташыу термимналы етәкселәре беҙҙең ижади төркөм менән дә икенсе көнгә генә бәйләнешкә инде. Күмер онтағынан торған тауҙар йөк портында ике-өс йыл элек кенә барлыҡҡа килде, элек халыҡ зарланмағас, барыһы ла яҡшы тип уйланыҡ, тип аҡланырға тырыша Сергей Альхов. Инициатив төркөм, күтәреп сыыҡҡан мәсьәлә бер-нисә көн эсендә хәл ителмәһә, артабан эште юғары хоҡуҡ вәкилдәренә ебәреү менән генә янағас, терминал етәксеһе ошо арала был проблеманан сығыу юлын табырға һүҙ бирҙе. Әлегә иһә Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә бер аҙ түҙемлек тупларға һәм етәксе вәғәҙәләренә ышанып көтөргә генә ҡала.