Ауыл хужалығы министрлығында икенсегә эшкәртелмәгән һөттөң хаҡын билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы министрлығында икенсегә эшкәртелмәгән һөттөң хаҡын билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әле халыҡтан һәм хужалыҡтарҙан һөттөң бер килограмын 19 һум менән һатып алалар. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа аҙыраҡ. Эксперттар аңлатыуынса, Рәсәй баҙарына күпләп киптерелгән һөт индерә башлағандар, шуға күрә һөткә хаҡ төшкән. Ошо сығымдарҙы ҡаплау өсөн Башҡортостан хөкүмәте ауыл хужалыҡтарына 150 миллион һумлыҡ компенсация бүлде. Һөттөң һатып алыу хаҡын билдәләү өсөн хужалыҡтарға һәм һөт ҡабул итеүсе комбинаттарға кәмендә 3 йыллыҡ килешеүҙәр төҙөү кәрәклеге тураһында әйтелде.