Балаларҙы майҙансыҡһыҙ ҡалдырмағыҙ

Тулыраҡ: Балаларҙы майҙансыҡһыҙ ҡалдырмағыҙ

Өфө ҡалаһы микрорайондарында тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм әлеге ваҡытҡа тиклем республикала берҙән-бер һаналған территориаль-йәмғиәт үҙидаралығы етәкселәре һәм ағзалары борсолоулы хәлгә тарыған. 2012 йылдан алып бөтә мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итеп килгән ойошма үҙ көстәре менән төҙөкләндергән ял итеү урынын һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Йылъяҙмаларҙа күрһәтелеүенсә, был биләмәгә 1611 йылда халыҡ килеп ултырған. Әлеге ваҡытта бында 3 меңдән ашыу йортта, 10 мең тирәһе кеше йәшәй. Ошондай ҙур биләмә өсөн бер генә ял итеү майҙансығы бар, уныһына ла юҡҡа сығыу хәүефе янай, тип борсола урындағы халыҡ. Микрорайондың төҙөклөгө өсөн яуаплылыҡты башта инициатив төркөм булараҡ барлыҡҡа килеп, бер-нисә йыл элек территориаль-йәмғиәт үҙидаралыҡ булып формалашҡан юридик көстәге ойошма үҙ иңенә алған. Ташландыҡ балалар баҡсаһы алдындағы ҡый баҫҡан ер бүлемен дә ул ваҡытта халыҡ урап үтергә тырыша. Микрорайон халҡы өмәләр үткәреп уны дәррәү таҙартырға керешә. Тиҙ арала ҡом түшәлгән балалар майҙансығы барлыҡҡа килә. Уның эргә-тирәһе лә рәтләнә. Тора бара ул ғаилә менән ял итеү паркына әйләнә. Халыҡ ташландыҡ сәхнә табып, уны күсереп ҡуйып, яңыртып ҡора. Максимовка халҡы ҙур байрамдарҙы ла ошо майҙанда үткәрергә ғәҙәтләнә. 2017 йылдың декабрендә элекке балалар баҡсаһы бинаһы яңы хужа ҡулына күсә. Бина яны биләмәһе ҡуртымға бирелә. Яңы хужаның тәүге талабы — сәхнәне алырға. Баш ҡала хакимиәтенең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығынан балалар ялы өсөн ер резервҡа индерелде, тип тынысландырһалар халыҡты, әле биләмәлә ултырған бина хужаһының ерҙе ҡуртымға алыуға хоҡуғы беренсе сиратҡа ҡуйыла, тип яуап бирәләр. Майҙансыҡҡа Максимовка халҡы үҙ аҡсаларына ҡом түшәтә. Унда ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге лә тәьмин ителгән. Ял майҙансығы тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү аҫтында. "Максимовка" территориаль-йәмғиәт үҙидаралығы ағзалары күп көс һалып төҙөкләндергән ял майҙаны өсөн һуңғы көстәренә тиклем көрәшергә әҙер. Үҙидаралыҡтың хакимиәт менән килешешә алмай бәхәсләшеүе менән бер үк ваҡытта, үҙидаралыҡтың тәжрибәһе ҡала кимәлендә өйрәнелеп, башҡа микрорайондарҙа ла ҡулланылыу мөмкинлегенең күҙалланыуы был хәлде тағы ла аңлайышһыҙыраҡ итә.