Республика башлығы медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ошо өлкәлә тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Йыл һайын июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Республиканың иң яҡшы табиптары бәйгеһе йомғағы ла ошо датаға ҡарай яһала. Быйыл бәйгелә 29 номинацияла 104 табип ҡатнашҡан. Шуларҙың 84-е еңеүселәр исемлегендә. Бүләкләү тантанаһына 1-се урынды яулаусылар саҡырылған. Уларҙың араһында иң яҡшыһы тип табылған етәкселәр һәм медицинаның башҡа йүнәлешендәге өлгөлө белгестәр бар. Күмертау ҡала дауаханаһы табибы Дания Дауытова мәҙәниәт техникумының хор-дирижерлыҡ бүлегендә уҡып сыға һәм 27 йәшендә һөнәрен ҡырҡа үҙгәртә. Табиптар бәйгегә хеҙмәттәштәре тәҡдиме менән сыға. Онколог Гөлнур Ниғманованы ла коллективы ҙур өмөттәр бағлап бәйгегә тәҡдим иткән һәм яңлышмаған. Табиптар династияһынан булыусыларҙың, иһә, һынатырға хаҡы юҡ. Медицина университеты профессоры Зәйнулла Суфияровтың ҡыҙы Резида Суфиярова 2018 йылдың иң яҡшы акушер-гинекологы тип билдәләнде. 1-се урынды яулаған 29 табиптың юғары категориялы булғандары Рәсәй кимәлендә Башҡортостан исемен яҡлаясаҡ. Төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы ла Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Һаулыҡҡа ҡарата халыҡтың ҡарашын үҙгәртеү мөһим, тине ул. Һәр кем һаулығын иң юғары ҡиммәткә тиңләгәндә йәшәү шарттары ла яҡшырасаҡ, тип белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа уртаса ғүмер оҙонлоғоноң артыуы, балаларҙың үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Медицина өлкәһенә финанслау арттырыла. Етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Башҡортостан халҡының һаулығы ныҡ булһын тиһәк, эскелек менән көрәште лә оноторға ярамай, тип белдерҙе төбәк башлығы. Төбәктең санатор-курорт ойошмаларын да реформалау кәрәк, тине. Мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү өсөн Башҡортостан табиптарының бөтә мөмкинлектәре булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн алдынғы табиптарға төбәк башлығы маҡтау грамоталарын, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исемдәрен тапшырҙы.
Иғтибар үҙәгендә – табиптар
Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә – табиптар