Башҡортостан хоккейсылары Ҡытайҙа

Тулыраҡ: Башҡортостан хоккейсылары Ҡытайҙа

Башҡортостандың йәш хоккейсылары яңы үрҙәр яулай. Туймазы ҡалаһының “Девон” хоккей командаһы Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында был дәүләттең хоккей буйынса балалар йыйылма командаһы менән дуҫтарса уйын үткәрҙе. Осрашыу Рәсәйҙә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһында хеҙмәттәшлекте һәм балалар хоккейын үҫтереү программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Туймазы ҡалаһының 2006-сы йылда тыуғандарҙың «Девон» хоккей командаһы Ҡытайҙан ҡайтыу менән үҙ майҙанында күнекмәләрен дауам итә. 8 июндә Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында Башҡортостандың “Девон” һәм Ҡытайҙың хоккей буйынса балалар йыйылма командалары иптәштәрсә уйын үткәрҙе. Уйындарҙы асыу тантанаһында Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Ҡытай башлығы Си Цзиньпин ҡатнашҡайны. Ике бөйөк ил башлыҡтары боҙға сығып, йәш хоккейсылар менән аралашты һәм символик рәүештә шайба ырғытты. Теүәл бер-нисә йыл элек кенә ойошторолған команда бөгөн республика ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә үҫмерҙәр араһында иң яҡшы хоккей командаларының береһе. Туймазыла был клубты үҫтерер өсөн бар шартарҙа булдырылған. Йәш хоккейсылар ошо көндәрҙә боҙҙағы күнекмәләрен тамамлай. Һәм йәй айҙарында махсус спорт лагеренда шөғөлләнәсәктәр. Ә сентябрь айында иһә улар яңы миҙгелгә аяҡ баҫалар.

“Девон” хоккей командаһы көҙҙән Волга буйы округында тәүге тапҡыр Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ. 60 мең кеше йәшәгән ҡаланан ундай һөҙөмтәләргә ирешеү — беҙҙең өсөн оло еңеү, ти “Девон” хоккей клубы директоры. Киләсәктә “Девон” хоккей клубы үҙ майҙанына Ҡытай спортсыларын саҡырырға ниәтләй.