«Журфест-2018» йомғаҡтары

Тулыраҡ: «Журфест-2018» йомғаҡтары

Телдең, мәҙәниәттең һәм этностың иртәгәһе көнө милли матбуғат ҡулында. Журфест быйыл Башҡортостан журналистарын ошо тематика аҫтында берләштерҙе. Ҡулда бөгөн микрофон түгел – балта, ә ашыҡ-бошоҡ тамаҡ ялғау урынына тәмле самауыр сәйе. Журналистарҙы йыл һайын һабан туйына йыйыу матур йолаға әүерелгән. Федераль, республика, ҡала-район гәзит-журналдары, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре был юлы милли кейемдәрен кейеп халыҡ бейеүҙәрен күрһәтте... күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Был осраҡлы түгел, сөнки тематика милли матбуғаттың тел, мәҙәниәт һәм этносты һаҡлауҙағы роленә арналғайны. Башҡортостанда бер юлы 6 телдә матбуғат баҫмалары сыға, әммә бөгөн тираждар һаны кәмей, күптәренә юғалыу хәүефе янай. Милли матбуғаттың яңы мөмкинлектәре хаҡында әңгәмә түңәрәк өҫтәл артында барҙы. Унда Мәскәү һәм илдең башҡа төбәктәренән дә белгестәр саҡырылғайны. Журфест – уникаль майҙан. Бында үткер ҡәләмле һүҙ оҫталарының яҙыу, һөйләүҙән башҡа һәләттәрен дә асаһың. Яңылыҡтар артынан ҡыуыу сәмен бында спорт ярыштарында һынатмау сәме алмаштыра. Спортсы-журналистар өсөн фестивалдең иң көтөп алғаны еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы. Рәсәй футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткәндә, беҙҙең Рәсәй Башҡортостан телерадиокампанияһы ла был спорт төрөндә һынатманы. Медиакиңлектәге төп дәғүәсе – Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы командаһын еңеп беренсе урынға сыҡты.