Республика мосолмандарын Ураҙа ғәйете менән Башҡортостан башлығы ла ҡотланы

Тулыраҡ: Республика мосолмандарын Ураҙа ғәйете менән Башҡортостан башлығы ла ҡотланы

Ураҙа байрамы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың бай рухи-тарихи хазинаһын сағылдыра. Шулай уҡ, әхлаҡи яңырыу символы ла, түҙемлеккә, яҡшылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә өйрәтә, тиелә республика башлығы ҡотлауында. Рөстәм Зәки улы республика йәмәғәт тормошонда Башҡортостан мосолмандары руханиҙарының ҙур ролен билдәләп, һаулыҡ, бәрәкәтлек һәм именлек теләне.