Өфөләге Ағиҙел күперендә яҡынса бер айҙан төҙөкләндереү эштәре тамамланырға тейеш. Ә Затон биҫтәһендәге Паралимпия үҙәген 2019 йылдың май йайына төҙөп бөтәсәктәр. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән бер нисә объектта эштәре менән танышты. Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан Паралимпия үҙәгендә эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Башҡортостан тарихындағы иң күләмле спорт объектын сафҡа индереү ике тапҡыр кисектерелде. Был федераль үҙәк финанслауҙан баш тартыуға бәйле ине. Әммә республика кәрәкле аҡсаларҙы табып Паралимпия үҙәген 2019 йылдың майына тамамларға ниәтләй. Эштәр барышы менән Рөстәм Хәмитов танышты. Төҙөлөш тамамланыу алдында, 4 басссейны, бокс, еңел атлетика, фехтование залдары булған үҙәк биләмәһен тәртипкә килтереү, ағартыу эштәре ҡалған. Спорт үҙәге киләһе йыл 53-сө халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк, быға тиклем Рөстәм Хәмитов эштәрҙе йомғаҡлау бурысын ҡуйҙы. Быныһы Черниковка биҫтәһендәге тағы ла бер күләмле спорт объекттарының береһе. Шорт-трек үҙәге 2014 йыл аҙағында уҡ сафҡа инергә тейеш ине. Эштәрзҙең оҙаҡҡа һуҙылыуында Республика башлығы ҡала хакимиәтен ғәйепләне һәм хөкүмәткә етди күҙәтеү аҫтына алырға ҡушты. Өфө мэрияһы чиновниктарына тәнҡит һүҙҙәрен Тимашев үткәүеле өсөн дә ишетергә тура килде. 2016 йылда төҙөлә башлаған күпер 1 миллиард һумға баһалана. Шуның яртыһын республика бүлде, уға өҫтәп 200 миллион һум күсерҙе, әммә ҡалған сумма ҡала бюджетында табылмаған. Ике һыҙатлы үткәүел Өфөнән төнъяҡҡа сыҡҡан юлда транпсорт ағымын көйләргә тейеш, әле ул 70 процентҡа әҙер.
Ә баш ҡаланың көнъяғына сыҡҡан иҫке күперҙә ремонт теүәл 1 айҙан тамамланырға тейеш. Төп транпорт артерияһының бөгөн ошондай хәлдә ҡалыуында Рөстәм Хәмитов хеҙмәтләндереүсе ойошманы ғәйепләне. Эште ойошҡанлы башҡарғанда 1 айҙа тамамаларға булыр ине, әммә өҫтәмә етешһеҙлектер асыҡланғанлыҡтан вәғәҙәләнгәнсә 12 июнь иҫке күпер сафҡа индерелмәне.