Йөрәк клапанынын алмаштырыуға хәҙер йәш буйынса сикләүҙәр юҡ

Тулыраҡ: Йөрәк клапанынын алмаштырыуға хәҙер йәш буйынса сикләүҙәр юҡ

Өфөлә йылына 50-нән ашыу ошондай операция яһала. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм республика кардиология үҙәге табиптарының тәжрибәһе Европа һәм Азия кардиологтарының юғары баһаһын алды. Һөнәри белемде һәм ғәмәли тәжрибәне камиллаштырыу йәһәтенән мөһим аралашыу майҙанында кардиологтар йөрәк ҡан тамырҙары сирҙәрен яңыса дауалау ысулдары, уларҙың сәбәптәрен асыҡлау, ауырыу һанын кәметер өсөн балаларҙы уңышлы дауалау саралары тураһында фекер алышты. Йөрәк ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙың заманса ысулдарын ғәмәлдә ҡулланыу барышын Рәсәй-Ҡытай медицина конгресында ҡатнашыусылар операциянан тура трансляция барышында күҙәтте. Харбин университеты госпитале табибы Вей Хан Башҡортостан кардиологтарының уңышлы тәжрибәһе тураһында һоҡланып һөйләй. Йөрәк сирҙәрен дауалаусы донъя белгестәре республика кардиология үҙәгендә барған ҡатмарлы операцияны видеобәйләнеш аша күҙәтә. Төп ҡатмарлыҡ техник тәьминәттә, ти белгестәр. Кардиоүҙәктә иһә бындай операциялар йылына 100 тапҡыр эшләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында әле тап Ҡытай табиптарын ҡыҙыҡһындырған операция бара. Пациентҡа 83 йәш. Уның йөрәгенә кесе инвазив операция яһала. Операцияның асылы транскатетер ярҙамында бот артерияһы буйлап йөрәктең аорта клапанына биопротез урынлаштырыла. Үҙенсәлеге иһә сирленең оло йәшендә генә түгел, уның ҡан баҫымы юғары, хроник ауырыуы бар, ҡан тамырҙары ҡатмарлы. Йәнә бер мөһим үҙенсәлек иһә төрлө тармаҡ табиптарының берҙәм эшмәкәрлегендә. Ҡытай табиптары бындай операцияларҙы яһауҙы киләсәк маҡсат итеп ҡуйһа, Германияла улар аҙнаһына 3-4 тапҡыр яһала. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Владимир Ишметов етәкселегендәге операция барышында Ахен ҡала университеты клиникаһының ТAVI программаһы етәксеһе Шахрам Лотфи хирургтар төркөмөнөң оҫталығын һәм операция бүлмәһенең йыһазланышын юғары баһалай. Йөрәк ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалаусы белгестәрҙең халыҡ-ара конгресы Европа һәм Азия белгестәренең тығыҙ хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итәсәк. Белгестәр уның йомғаҡтарын фәһемле һәм көнүҙәк тип баһалай.