- Колумбияла президент һайлауҙары үтте. Уның һөҙөмтәһе буйынса Иван Дуке еңеп сыҡҡан. Уға был илдә йәшәүселәрҙең 53 проценты тауыш биргән. Һайланған президентҡа сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк. Атап әйткәндә, күрше Венесуэла менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һәм урындағы халыҡтың Колумбияға миграцияһын көйләү.
- Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә күк көмбәҙендә яҡты эҙ ҡалдырып осҡан билдәһеҙ осоусы объектты күргәндәр. Шаһиттар был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Кемдәрҙер уны йондоҙ атылыуы, билдәһеҙ осоусы объект тип тә атаны. Ҡайһы берүәҙәр “сит ил планетала йәшәүселәр футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарарға килделәр”, тип тә шаяртты. Ә ысынында иһә, был объект Архангель өлкәһенең Плесецк космодромынан осоролған“Союз -2.1б” ракетаһы ҡалдырған эҙ булған.
- Рәсәй йыйылма командаһы Санкт-Петербургка килеп, футбол буйынса донъя чемпионаты уйындарына әҙерләнә башланы. Был юлы улар Мысыр командаһына ҡаршы сығасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем беҙҙең футболсылар Сәғүд Ғәрәпстанын 5:0 иҫәбе менән еңеп сыҡҡайны.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре