Белорет районы Ғәбдөк ауылында ял көндәрендә мәсет асыу тантанаһы үтте. Төрлө төбәктән килгән дин кешеләре менән берлектә халыҡ ауылға аҙан тауышын яңғыратты, яңы мәсеттә беренсе тапҡыр намаҙ уҡыны. Көн һайын дини китаптар менән балаларҙы яҡындан таныштырыу, тәрбиәгә, ихласлыҡҡа өйрәтеү Кималетдиновтар ғаиләһе өсөн ғәҙәти күренеш. Йәш быуындың күңеленә донъяны танып-белә башлаған сағында уҡ иман нурын һала башларға кәрәк, тип һанай өй хужаһы. Айнур Кималетдинов үҙе 30 йәшендә дин юлына баҫа. Ауылдаштары ла уны өйҙә ҡөръән уҡырға саҡыралар, мөһим һорауҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Әммә Ғәбдөк ауылында оҙаҡ йылдар иман йорто-мәсеттең булмауы ғына уның күңелен ҡыра. Шуға ла был һорау менән ул мосолман ҡәрҙәштәренә мөрәжәғәт итә. Һәм, ниһайәт, күптәнге изге хыял тормошҡа аша ла инде. Ғәбдөк ауылында ҡасандыр мәсет булған. Әммә башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк емерелгән. Уның ишектәре асылып, ауылда аҙна һайын аҙан тауышы яңғыраһын тигән маҡсат менән дин кешеһе Роберт Ғәбитов ҙур ярҙам күрһәтә. Мәсетте төҙөй башлауҙан алып аҙағына тиклем ул халыҡ янында була. Ауыл старостаһы менән бергә халыҡ йыйылып, көнөн мәсет янында үткәрә. Иман йортоноң асылыу тантанаһына Ғәбдөктән генә түгел, күрше ауылдарҙан да халыҡ йыйылғайны. Теләгән һәр кешегә төрлө ерҙән килгән муллалар менән бергә яңы мәсеттә беренсе тапҡыр намаҙ уҡыу бәхете тейҙе. Әйткәндәй, Ғәбдөк ауылында йәштәрҙең күбеһе дин юлында. Шуға ла мәсет асылыуға улар ҙа ҡыуанысын йәшермәне. Изге ниәт менән уҙғарылған тантанала, йола буйынса, иртән үк байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды. Теләгән һәр кеше төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышты, ҙур өҫтәл ултыртып ҡунаҡтарҙы һыйланы. Мәсет асыу тантанаһының тағы ла бер үҙенсәлеге булып былау бешереү йолаһы тор. Сараға килгән һәр кеше уны ауыҙ итә ала. Кешене ризыҡ менән һыйлау ҙа ҙур сауаптарҙан һанала. Әлбиттә, сара йыр-бейеүһеҙ үтмәне. Өфөнән килгән йырсы Илгиз Абдрахманов ағаһы Илшат менән ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ла сәхнәгә сығып сүрә уҡыны. Иманлы халыҡ йәшәгән төбәктән бәрәкәт китмәҫ. Яңы мәсет ғибәҙәт ҡылыу, мосолмандарҙың осрашыу урыны, киләсәк быуындарға аҡ юл күрһәтеүсе урын булһын ине, тип теләй халыҡ. Күптән көткән изге сараны улар йырлап-бейеп тамамланы.
Иман нуры һәр йөрәктә
Тулыраҡ: Иман нуры һәр йөрәктә