Крандан аҡҡан тимер

Тулыраҡ: Крандан аҡҡан тимер

Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр йылдар буйына һуҙылған һыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итә. Һыу һәр ихатала ла бар. Әммә ул эсерлек тә, йыуынырлыҡ та түгел. Миләүшә Ғәлимйәнова эсәр һыуҙы һатып алырға мәжбүр. Крандан аҡҡан һыу эсерлек кенә түгел, ә йыуынырға ла ярамай. Аҡ кейемдәр һорғолт төҫкә әйләнә. Ә сәйнүк, кер йыуыу машиналары бер-нисә ай эсендә эшһеҙлектән сыға. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ауылда һәр ихатала үҙ ҡоҙоғо бар. Тик һыу бөтөнләй эсерлек түгел. Крандан аҡҡан һыуҙа тимерҙең нормаһы бер-нисә тапҡырға артҡан. Ә бына һыу фильтрын иһә улар айына кәм тигәндә ике-өс тапҡыр алмаштырып торорға мәжбүр. Дим районы хакимиәте әҙерләгән сметаға ярашлы, ауылға үҙәкләштерелгән һыу үткәреү өсөн яҡынса 50 миллион һумға 10 саҡрым һыу торбалары һалырға кәрәк. Бөгөнгә иһә был эштең тик дүрттән бер өлөшө генә башҡарылған. Дим районы хакимиәте лә был хәл буйынса аныҡ яуап бирә алманы. Бөтә һорауҙарҙа сығымдар юҡлығына барып теркәлә. Бөгөн урындағы халыҡ өсөн һыуҙың хаҡы алтынға бәрәбәр. Шуға ла йылдар буйына һуҙылған мәсьәләне хәл итер өсөн һыуһыҙ интеккән халыҡ прокуратураға ғариҙа әҙерләгән.