Яңы дарыу

Тулыраҡ: Яңы дарыу

Башҡорт Дәүләт медицина университеты белгестәре яңы дарыу өҫтөндә эшләй. Антибиотик үпкә, енси органдарҙағы һәм бөйөрҙәге инфекцияны тулыһынса юҡ итә ала. Кеше организмы ауырыуға тиҙ бирешеүсән. Дауаханала һатылған антибиотиктарҙың ярҙамынан тыш, зарары ҙурыраҡ булыуы күптәргә билдәле. Башҡорт Дәүләт медицина университеты аспиранты Алина Шумадалова организмдағы микробтарға ҡаршы тора алырлыҡ дарыуҙар өҫтөндә эшләй. Яңы проект өҫтөндә аспирант биш йыл шөғөлләнә. “Умник” конкурсында еңгәс, тапшырылған 500 мең һумлыҡ грант компьютерҙа молекуланың үҙенсәлектәрен өйрәнергә, тикшереүҙәр үткәрергә һәм анализдар алырға тотонола. Табиптар антибиотикты пациентҡа башҡа дарыуҙарҙың ярҙамы теймәгәндә генә бирә. Әммә был көслө дарыуҙар тейешле ағзаны дауалауҙан тыш, бөтә организмдың иммунитетын ҡаҡшата, файҙалы витаминдарҙы юҡ итә. Дарыу ашағандан һуң, кешегә шунда уҡ хәл керә, организмдағы бактериялар үрсеүҙән туҡтай, әммә тулыһынса юҡ ителмәй. Әйткәндәй, яңы асыш менән төбәк белгестәре лә ҡыҙыҡһына башлаған. Ул беҙҙең илдең фармацевтика баҙарында конкурентлыҡ һәләтен күтәрергә, йәғни, сифатлы дарыуҙар мәсьәләһен хәл итергә этәргес бирәсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын йоғошло ауырыуҙан 34 000 кеше үлә. Ә был яңы уйлап сығарылған дарыуҙар кеше организмында зарарлы бактерияларҙы юҡ итеүҙән тыш, иммунитетты ла күтәрәсәк. Яңы препарат тейешле тикшереүҙәрҙән һуң ғына һатыуға сығарыла.